8 декабрь, Кесе йома

04 март 2016 йыл, 15:19

Өфөлә «Киләсәк мәғарифы» форумында юғары класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре төбәктең уҡыу йорттары тураһында белә ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Киләсәк мәғарифы» форумында юғары класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре төбәктең уҡыу йорттары тураһында белә ала. Сара 23-25 мартта Конгресс-холда уҙа. Уның төп маҡсаты — республика белем биреү системаһының конкурентлыҡ һәләтен арттырыу.

«Бөгөн Башҡортостанда туғыҙ дәүләт юғары уҡыу йорто һәм 104 урта махсус уҡыу йорто эшләй. Былтыр төбәк вуздары Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингын уңышлы үтте, уның йомғаҡтары буйынса бөтә мәғариф учреждениелары һәм уларҙың филиалдары һөҙөмтәле тип табылды. Башҡортостанда белем биреү системаһы юғары кимәлдә ҡала. Беҙ мәктәп тамамлаусыларҙың республика уҡыу йорттарын һайлауҙарын теләйбеҙ», — тип билдәләне республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Форумда сығарылыш уҡыусыларына, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға 2016 йылда уҡырға ингәндә ниндәй яңылыҡтар булыуы, олимпиада һөҙөмтәләре һәм ГТО нормативтарын тапшырыу тураһында сертификаттарҙың йомғаҡлау балдарына нисек йоғонто яһауы хаҡында һөйләйәсәктәр. Программала юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары етәкселәренең сығышы ҡаралған.

Шулай уҡ уҡытыусының һөнәри стандартын индереү, һөнәри белем биреү ойошмаларының WorldSkills халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыуы мәсьәләләре, һәләтле балаларҙы асыҡлау, һөнәри йүнәлештәге эште ойоштороуҙа инновациялы алымдар ҡулланыу, республиканың электрон белем биреү системаһын үҫтереү буйынса тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк.

Форумға 8-11 класс уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, педагогик йәмәғәтселек, мәғариф системаһы етәкселәре һәм белгестәре, ғилми ойошма вәкилдәре саҡырыла.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Башлығы хакимиәте, республика Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары союзы, Урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары советы.

Партнерҙар: Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы.