4 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2016 йыл, 14:36

Башҡортостандан 20 «морж» ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионатында республика исеменән сығыш яһаясаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың ҡышҡы йөҙөү буйынса йыйылма командаһы донъя чемпионатында ҡатнаша. Ярыштар 8-12 мартта Төмәндә уҙа.

«Башҡортостан хәрби-спорт фонды»нда хәбәр итеүҙәренсә, командала 20 кеше, уларҙың күбеһе — өфөләр. Иң йәш ҡатнашыусы Полина Трапезниковаға 10 йәш, ул ирекле стиль менән 25 һәм 50 метр арауыҡта еңеү өсөн көрәшәсәк. Иң тәжрибәле йөҙөүсе Тамара Филипненкова 79 йәштә. Рәсәйҙең ғәмәлдәге чемпионы үҙенең категорияһында ирекле стиль менән 25 һәм 50 метр, брасс менән 25 метр арауыҡта донъя беренселеге миҙалдарына дәғүә итәсәк.

«Беҙ еңеүгә иҫәп тотабыҙ, сөнки команда йыл дауамында донъя старттарына ныҡлы әҙерләнде. Спортсыларҙың күбеһе бөтә Рәсәй йөҙөү ярыштарында ҡатнашҡан», — тип һөйләне делегация етәксеһе Александр Пенкин.

Төмәндә үтәсәк ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионатында 1500 кеше ҡатнаша, уларҙың яртыһы — алыҫ һәм яҡын сит ил вәкилдәре.

темалар: ҡышҡы йөҙөү