Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә быйыл тәүге экологик өмә 9 апрелдә уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2016 йылда Башҡортостанда тәүге экологик өмә 9 апрелдә уҙғарыла. Башҡортостан Хөкүмәте төбәктә тораҡ пункттарҙың биләмәһен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Экологик кампания 9 апрелдән 14 майға тиклем дауам итә.

Министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм башҡа йәмәғәт берләшмәләренә беркетелгән биләмәләрҙә саралар уҙғарыуҙы тәьмин итергә ҡушылған. Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә лә тәҡдимдәр шул уҡ.

6 июндә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эшкә йомғаҡ яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть