Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

3 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты. Осрашыу барышында халыҡ-ара ойошма менән үҙ-ара эш итеү перспективалары һәм республика биләмәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Һеҙҙең менән аралашыу һәр саҡ файҙалы, сөнки беҙ мәҙәни, матди мираҫты һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Әлеге ваҡытта республиканың ойошма менән үҙ-ара эш итеүе 2013 йылда Парижда ҡул ҡуйылған белдереү сиктәрендә бойомға ашырыла, тип билдәләне Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары. Байтаҡ саралар күрелгән, әммә яңынан-яңы идеялар һәм тәҡдимдәр барлыҡҡа килә.

– Атап әйткәндә, беренсе геологик парк булдырыу тәҡдиме бар, – тип хәбәр итте Григорий Орджоникидзе. – Хәҙер ЮНЕСКО-ла ошо яңы программа көс туплай. Ысынында иһә был перспективалы программа, бындай геологик парктар илебеҙҙә әлегә юҡ. Шуға күрә был пилот проекты – Рәсәйҙә тәүге геопарк буласаҡ.

Осрашыуҙа шулай уҡ Шүлгәнташты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына индереү мәсьәләһе тикшерелде. Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары һүҙҙәренсә, бөтә кәрәкле процедуралар ҙа үтәлгән осраҡта ошо объект буйынса ҡарар 2018 йылда уҡ ҡабул ителеүе ихтимал.

Рәсәй һәм халыҡ-ара ЮНЕСКО кафедралары селтәрен үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ошондай кафедралар асыу хаҡында ғариза менән сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть