3 декабрь, Шәмбе

04 март 2016 йыл, 11:45

Рөстәм Хәмитов «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһен ҡараны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» комплексында ойошторолған «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» III күргәҙмә-фестивален ҡараны.

Фестиваль халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, сувенир һәм бүләктәр эшләүҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла, шулай уҡ төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен, традицияларын, йолаларын белергә ярҙам итә. Быйыл күргәҙмәлә Башҡортостандың 41 районынан һәм Рәсәйҙең 10 төбәгенән 200-ҙән ашыу һөнәрсе ҡатнаша. Ул художестволы сүкеү, сәйлән үреү, селтәр бәйләү, кейеҙ баҫыу, халыҡ костюмы, мозаика, витраждар, быяланан, ағастан, металдан, таштан, тиренән яһалған художестволы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Фестиваль сиктәрендә селтәр үреү, ҡорама тегеү, халыҡ ҡурсаҡтарын яһау, көршәксе эше, ағас һырлау, маркетри, декупаж, туҡыманы биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Республика Башлығы Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова менән Башҡортостан ҡала һәм райондары экспозицияларын, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һөнәрселәр эшләгән изделиелар күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.

– Халыҡ кәсептәре – тәү сиратта күңел торошо ул. Был һәләт барыһына ла бирелмәй. Республикабыҙҙа меңгә яҡын кеше генә халыҡ кәсептәре менән әүҙем шөғөлләнә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ысынында иһә оҫталар әҙерләү өсөн мәктәптәр кәрәк. Ошо йәһәттән эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Кластар ойоштороу, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу мөһим. Быларҙың бөтәһен системаға һалыу зарур.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» комплексында ойошторолған «Мәғариф. Фән. Карьера» XVI махсуслаштырылған күргәҙмәһе менән танышты. Республика етәксеһе ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығын ҡараны һәм «Workout Башкортостан» спорт хәрәкәте ағзалары менән аралашты.