4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2016 йыл, 17:34

Өфөлә «Йәшлек» гәзите ойошторған акцияның баннерҙары ҡуйылды

фото: Журналистар союзы

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө урамдарында «Йәшлек» республика гәзите ойошторған акция тураһында мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған. Редакция икенсе тапҡыр Булат Солтангәрәевтың иҫтәлегенә арналған иншалар конкурсын үткәрә.

Республика Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, баннерҙар Октябрҙең 50 йыллығы, Менделеев урамдарында, Пархоменко — Галле урамдары киҫелешендә, Өфө — Аэропорт трассаһында, Октябрь проспектында урынлашҡан. Унда яҙылған  #Йашлек_газите_янылыктары, #БулатСултангареев («Бәйләнештә») һүҙҙәре буйынса конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Йыл һайын «Йәшлек» республика гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар һәм йәштәр конкурсын ойоштора. Уның маҡсаты — йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү, шулай уҡ ижади кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү. 2014-2015 уҡыу йылында конкурста 100-ҙән ашыу 10-11 класс уҡыусыһы ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим итте. Конкурсанттар жюри ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары, Булат Солтангәрәевҡа арналған шиғырҙары менән таң ҡалдырҙы. Эштәрҙә уның изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.

Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияла уҡый ине. Аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы, төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡан, олимпиадаларҙа еңелеү белмәгән егет 2011 йылда 17 йәшендә фажиғәле һәләк булды.