5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2016 йыл, 16:59

Республикала йәштәрҙең халыҡ-ара аграр форумы уҙғарыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15 марттан 17-нә тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетында йәштәрҙең «Агросәнәғәт комплексының инновация үҫешендә аграр фәне» халыҡ-ара аграр форумы ойошторола. Унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең аграр юғары уҡыу йорттарынан 150-гә яҡын ғалим ҡатнаша.

Йәштәр форумы «Агрокомплекс-2016» XXVI халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрелә. Ул белгестәр өсөн дискуссия майҙансығы ғына булмаясаҡ, шулай уҡ йәш ғалимдарға үҙҙәренең фәнни асыштары менән таныштырырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк.

Форумдың программаһында Йәш ғалимдар мәктәбен, Бөтә Рәсәй аграр белем биреү һәм ғилми учреждениеларҙың йәш ғалимдары һәм белгестәре советы кәңәшмәһен, «Йәштәр фәне — агросәнәғәт комплексының инновация үҫешенә» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын, түңәрәк өҫтәлдәр ултырышын уҙғарыу ҡаралған.