10 декабрь, Шәмбе

03 март 2016 йыл, 16:18

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Белоруссияла. Рәсми делегацияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов етәкләй. Делегация составында шулай уҡ республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин һәм төрлө предприятие етәкселәре бар.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итеүенсә, төп саралар 4 мартҡа билдәләнгән. Яҡтар Хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмдөң берлектәге ултырышын үткәрә. Осрашыу сиктәрендә эшкә йомғаҡ яһаласаҡ, мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк. Витебск өлкәһенең ҡуртымға алыусылар союзы һәм Башҡортостандың Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, Минск предприятиеларына барыу ҡаралған. Башҡортостан делегацияһы ағзалары Белоруссияның төп тармаҡ министрлыҡтарында һәм ведомстволарында һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Дмитрий Шаронов Белоруссия Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Владимир Семашко менән осраша. Шулай уҡ 2016-2017 йылдарҙа яҡтар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса документҡа ҡул ҡуйыу ҡаралған.