Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһы көслө ҡар яуыуға әҙер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Кесаҙна, 3 мартта, синоптиктар Волга буйы федераль округында көслө ҡар яуыуын фаразлай. Елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе көтөлә. Кисә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе биләмәһенән үткән ҡеүәтле циклон Башҡортостанға яҡынлаша. Бер төн эсендә Рәсәйҙең баш ҡалаһында 24 миллиметр ҡар яуған, был 2 март өсөн яңы рекорд. Һуңғы 80 йылда үтә көслө ҡар яуыуы теркәлгән.

Өфөлә юл техникаһы составы көсәйтелгән, машиналар тейешле тикшереү үткән. Хеҙмәткәрҙәргә инструктаж үткәрелгән. Баш ҡала хакимиәте сайтында билдәләнеүенсә, кәрәк булған осраҡта өҫтәмә көстәр йәлеп ителәсәк.

Күп ҡатлы йорттар ихаталарында ҡалдырылған автомобилдәр ҡарҙан таҙартыуҙың һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфө хакимиәте сайтында йорт эргәһендәге биләмәләрҙе таҙартыу графигы баҫыла, ихаталарҙа мәғлүмәт стендтары ҡуйыла.

Ҡала хеҙмәттәре көслө ҡар яуғанда өфөләргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәрәк. Автомобилдәрҙе рөхсәт ителгән урындарҙа ғына ҡалдырыу зарур. Йәйәүлеләргә биналар, реклама таҡталары эргәһендә һаҡ булыу мөһим.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта телефондан 112 номерына шылтыратырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть