4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2016 йыл, 12:49

8 март уңайынан төбәк халҡы дүрт көн рәттән ял итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — байрам көнө булып тора. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо турала хәбәр итте. Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәтенең 2015 йылдың 24 сентябрендәге «2016 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән йәкшәмбе, 3 ғинуарҙағы ял дүшәмбе, 7 мартҡа күсерелде.

Шулай итеп, 5, 6, 7 һәм 8 март — ял көндәре. Йома, 4 мартта, эш көнө ҡыҫҡартылмай.