Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Былтыр Башҡортостанда тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға кәмегән: 2013 йылда — 15,6 миллиард доллар, 2014 йылда — 15 миллиард доллар самаһы, уҙған йылдың 11 айында — 6,6 миллиард доллар. Ошо хаҡта Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр. Быға бик күп факторҙар — санкциялар, һумдың төшөүе, нефткә хаҡтарҙың кәмеүе, кредиттарҙың ҡиммәтләнеүе йоғонто яһаған.

Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең тышҡы сауҙа әйләнеше — 534,4 миллиард доллар (2014 йылда 805,8 миллиард доллар), Татарстандың 14,1 миллиард доллар (2014 йылда 21,1 миллиард доллар) тәшкил иткән.

Башҡортостан 100-ҙән ашыу илдәр менән сауҙа итә. Төп сауҙа партнерҙары — Нидерландтар, Латвия, Италия, Венгрия, Төркиә, Словакия, Германия, Финляндия, шулай уҡ Ҡытай, Һиндостан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть