6 декабрь, Шишәмбе

03 март 2016 йыл, 11:44

Республикала байрам һәм ял көндәрендә март айы өсөн пенсия таратыу графигы билдәле булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе байрам һәм ял көндәрендә март айы өсөн пенсия таратыу графигын баҫтырып сығарҙы.

2 мартта пенсия 3-ө һәм 4-е өсөн, 3 мартта — 3-ө, 4-е, 5-е һәм 6-һы өсөн; 4 мартта — 4-е, 5-е, 6-һы, 7-һе һәм 8-е өсөн; 5 мартта — 5-е, 6-һы, 7-һе һәм 8-е өсөн; 7 мартта — 7-һе һәм 8-е өсөн таратыла. 9 марттан пенсия ғәҙәти тәртип буйынса килтерелә.

Кредит ойошмаларына аҡса 11 мартта күсерелә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: пенсиялар