8 декабрь, Кесе йома

03 март 2016 йыл, 11:10

«Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» фестивалендә «Sekhrа» көнсығыш кейем коллекцияһы күрһәтелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2 мартта Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» фестивале асылды. Фестиваль ысын мәғәнәһендә сәнғәт һәм халыҡ һөнәрҙәре байрамына әүерелде. Сараны асыу барышында өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына Өфө трикотаж фабрикаһы һәм «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре берекмәһенең яңы кейем коллекциялары күрһәтелде.

Модалы дефилены «Barbie Club» һәм «Jewel Models» ярҙамында үҙенең «Stikhia» студияһы менән баш ҡала моделе Эльвира Ишморатова ойошторған. Тамашасылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Sekhrа» көнсығыш коллекцияһының 16 образы, йәй өсөн бер нисә образ һәм Вячеслав Зайцев менән берлектә уйланылған коллекция тәҡдим ителде. Дефилела «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева ҡатнашты.

Бөгөн, 3 мартта, көндөҙгө сәғәт 2-лә ВДНХ-Экспо комплексында ошо уҡ коллекцияларҙы күрергә мөмкин.

темалар: мода, фестиваль