8 декабрь, Кесе йома

03 март 2016 йыл, 10:12

«Таусы» — Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл хоккей командаһы

фото: Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Учалынан «Таусы» хоккей командаһы «Алтын шайба» бөтә Рәсәй турнирында еңеү яуланы. Малайҙар урта йәш төркөмөндәге ауыл командалары категорияһында республика исеменән сығыш яһаны. Ярыштар Салауат ҡалаһында үтте, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте.

Еңеүсе исемен яулар өсөн Башҡортостанға Силәбе, Һамар, Ырымбур, Свердловск һәм Тверь өлкәләренән, Сыуашстандан, Татарстандан 12 команда килде. Приморье крайы балалары иң оҙон юл үткән. Финал осрашыуында беренсе урын өсөн Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе спортсылары көрәште. Һөҙөмтәлә силәбеләр турнирҙа икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсөлә — Татарстандың «Балтаси» командаһы.

Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко ҡул ҡуйған грамоталар тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләктәрһеҙ ҡалманы. Ойоштороусылар тренерҙарҙы ла билдәләп үтте. Спортсылар «Команданың иң яҡшы уйынсыһы», «Иң яҡшы ҡапҡасы», «Иң яҡшы һаҡсы», «Иң яҡшы һөжүмсе», «Иң яҡшы бомбардир» һәм «Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы» номинацияларында өҫтәмә наградаларға лайыҡ булды.