4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2016 йыл, 17:41

Республикала БДИ-ның төп этабында ҡатнашыусылар профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика фәндәренә өҫтөнлөк бирә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусыларҙы теркәү йомғаҡтары буйынса профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика фәндәре һайланма предметтар буйынса лидерҙар рәтендә.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникәева әйтеүенсә, имтихан тапшырыу өсөн яҡынса 20,5 мең самаһы кеше теркәлгән (19 мең самаһы уҡыусы быйыл мәктәп тамамлай).

14,5 меңдән ашыу кеше профилле математиканы һайлаған (71,7 процент; Рәсәйҙә — 71,3). Йәмғиәтте өйрәнеүгә 11 мең самаһы ҡатнашыусы ғариза биргән (52,8 процент; Рәсәйҙә — 59). Физика популярлыҡ буйынса өсөнсө урында — ете меңдән ашыу кеше (35,1 процент; Рәсәйҙә — 28).

Артабан биология (биш меңдән ашыу — 25,4 процент), тарих — (дүрт меңдән ашыу — 20,9 процент), химия (шулай уҡ дүрт меңдән артыҡ) килә.

Мотлаҡ предметтарға килгәндә, БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың 100 проценты рус телен, 92,1 проценты база кимәлендәге математиканы һайлаған (Рәсәйҙә — 87 процент).

Быйыл республикала 100 имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк, өсәүһе — холоҡ төҙәтеү колонияһы биләмәһендә.

Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 27 майҙа география һәм әҙәбиәттән башлана.

темалар: БДИ-2016