3 декабрь, Шәмбе

02 март 2016 йыл, 16:56

Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы билдәле булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат 2015 йылға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын баҫтырып сығарҙы.

Мәҫәлән, былтыр ғинуар-декабрь айҙарында юғары белемле табиптарҙың һәм медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы 40,2 мең һум тәшкил иткән.

Шуның менән бергә урта медицина персоналының уртаса эш хаҡы 21,1 мең һум булһа, кесе медицина персоналының — 14,1 мең һум.

Уҙған йылдың ғинуар-декабрендә ойошмаларҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре уртаса 38,3 мең һум аҡса эшләгән.

2015 йылда Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡы 43 мең һум, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының — 25,8 мең һум самаһы, мәктәп уҡытыусыларының — яҡынса 25,6 мең, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтарының — 22,6 мең, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең 21,5 мең һум тәшкил иткән. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы — 19,1 мең һум, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең иһә яҡынса 17,9 мең.