Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала бүлмәләрҙе ҡуртымға алыу бер йылда 15 процентҡа ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бүлмәләрҙе ҡуртымға алыу бер йылда 15,4 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм уртаса 6372 һум тәшкил иткән. Башҡортостандың баш ҡалаһы илдең 59 ҡалаһы ингән рейтингта 17-се урынды биләй.

Мәскәүҙә бүлмәләр уртаса 17 000 һумға ҡуртымға бирелә (+7,3 процент), әммә баш ҡалала 6000 — 8000 һумға ла бүлмә табырға мөмкин. Икенсе урында Санкт-Петербург — 11 000 һум (-1,7 процент). Сорғот, Сочи, Дондағы Ростов ҡалаларында ла бүлмәләр ҡиммәт — 8000 һумдан ашыу. Иң арзандары Пенза һәм Улан-Удэла — 4000 һумдан кәмерәк.

Портал аналитиктары ҡуртымға биреү баҙарындағы ике йүнәлеште билдәләй: был, бер яҡтан, күсемһеҙ милек баҙарында ставкаларҙың кәмеүе, икенсе яҡтан, иң арзан торлаҡҡа ихтыяждың артыуы. Бүлмәләрҙе ҡуртымға алыуҙың ҡиммәтләнеүе шуның менәң аңлатыла. Тикшерелгән 16 ҡалала ошондай күренеш күҙәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть