10 декабрь, Шәмбе

02 март 2016 йыл, 14:53

Республикала наркотиктар менән сауҙа иткән 700 сайт ябылған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда наркотиктар менән сауҙа иткән 700 сайт ябылған. Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы начальнигы Александр Митюков ошо хаҡта хәбәр итте. Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә республикала йәшәүсе алты кеше мөрәжәғәт иткән.

Александр Митюков һүҙҙәренсә, ведомство хеҙмәткәрҙәре бөтә донъя селтәрендә ҙур эш алып бара, үҙ ваҡытында ошондай сайттарҙың эшмәкәрлеген туҡтата.

«2015 йылда наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән 670 самаһы интернет-ресурс ябылған. Әммә провайдерҙар йыш ҡына сит илдә теркәлгән, шуға күрә эш ҡатмарлаша. Ләкин беҙ ҙә енәйәтселәргә ҡаршы көрәш алымдарын камиллаштырабыҙ», — тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Республикала йәшәүсе һәр кем ошо эштә ярҙам күрһәтә ала. Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы ҡарамағында ирекмәндәр мәктәбе эшләй. Өфө колледждарының береһендә белем алыусы студент кибер-енәйәтселәргә ҡаршы көрәш башлап, башҡаларға ҙур өлгө күрһәткән. Ул спайстар таратҡан алты сайтты тапҡан һәм Башҡортостан буйынса Роскомнадзор идаралығына ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә сайттар ябылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.