3 декабрь, Шәмбе

02 март 2016 йыл, 14:10

Марттың тәүге ун көнөндә төбәктә аномаль йылы һауа торошо күҙәтеләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, марттың тәүге ун көнөндә Башҡортостан биләмәһендә аномаль йылы һауа торошо һаҡлана. Һауа температураһы норманан 5-7 градусҡа юғары.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре әйтеүенсә, айҙың беренсе аҙнаһында тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ. Һауа температураһы төндә -3, -12 градус, аяҙайтҡанда -17 градусҡа тиклем. Көндөҙ йылыраҡ — 0, -5.

2 мартта республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ. 3 мартта епшек ҡар яуыуы көтөлә. Тимер сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -3,-8 градус, көндөҙ -2,+3 градус.

Аҙнаның икенсе яртыһында йылытасаҡ.