Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың балалар һауыҡтырыу лагерҙары юлламалар йәрминкәһенә саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә балалар һауыҡтырыу лагерҙарына һәм шифаханаларға юлламалар йәрминкәһе уҙғарыла. Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы сығыш яһаны. Уның төп маҡсаты — ата-әсәләргә һәм ойошма вәкилдәренә балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу тураһында мәғлүмәт биреү, юллама алыуға килешеү төҙөү.

Ҡала яны балалар һауыҡтырыу лагерҙары, шифаханалар үҙҙәренең тәҡдимдәре менән таныштырасаҡ. Республика Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, быйыл ҡала яны лагерында бер койка-урындың хаҡы 747 һумға тиклем артҡан (2015 йылда — 685 һум), шифаханала — 867 һум (былтыр — 795 һум).

Йәрминкә 18 мартта Башҡортостандың Профсоюздар йортонда ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть