3 декабрь, Шәмбе

02 март 2016 йыл, 13:05

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторолоуға бер йыл тулыу уңайынан ҙур концерт уҙҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторолоуға бер йыл тулыуға арналған ҙур концерт булды. «Аҡ тирмә» үҙәге мегаполиста төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡларға ярҙам итеүсе, яҡташтарҙы берләштереүсе 50-нән ашыу мәҙәни үҙәктәрҙең береһенә әүерелде. Концертта билдәләнеүенсә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙәк бер нисә ижади коллективты туплап, илебеҙҙең баш ҡалаһында үҙаллы «башҡорт филармонияһы»на әйләнде.

Мәҙәни үҙәктә ҡатнашыусылар йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгән, унда сығыштарҙан тыш башҡорт рәссамдары күргәҙмәһенә лә урын табылды. Йыр һәм оркестр ансамблдәре, фольклор һәм бейеү төркөмдәре, һынлы сәнғәт студияһы, этноклуб һәм үҙешмәкәр театр — «Аҡ тирмә» тиҫтәнән ашыу төрлө ижади коллективтарҙы берләштергән.

«Үҙәктең бөтә коллективтары ла үҙаллы эшләй, барыһы ла тыуған төйәктән ситтә үҙ тамырҙарын һаҡлап ҡалыу теләге менән яна, — тип һөйләне «Башҡортостан яҡташтары» ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зиннуров. — Был эш һиҙелмәй, әммә ул күп ваҡыт һәм түҙемлек талап итә. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҙәни үҙәктең республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә урынлашыуы айырыуса мөһим. Был уның әүҙем эш алып барыуы хаҡында һөйләй».

Тап яҡташтарҙың ярҙамы үҙәкте ойоштороуҙа ҙур роль уйнай. Кешеләр эштән һәм уҡыуҙан буш ваҡыттарында йыр-бейеүҙәр өйрәнә, костюмдарҙы ла үҙҙәре тегә. Был мегаполиста милли асылды юғалтмаҫҡа ярҙам итә.