6 декабрь, Шишәмбе

02 март 2016 йыл, 11:51

Рөстәм Хәмитов хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Чебоксарҙа (Сыуаш Республикаһы) хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, төбәк башлыҡтары, эшҡыуарлыҡ һәм профсоюз ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәле тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Кәңәшмәне асып, Хөкүмәт Рәйесе Хөкүмәттең 2016 йылда тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эш планына ҡул ҡуйыуын билдәләне. Ундағы саралар ике төп йүнәлеш буйынса төркөмләнгән.

Хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында һөйләгәндә Дмитрий Медведев «беҙ эшен юғалтҡан йәки эштән китеү ҡурҡынысы янаған кешеләргә бергәләп ярҙам итергә тырышырға, икенсе яҡтан, сәнәғәт, иҡтисадтың башҡа тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙарҙы һаҡлап ҡалырға тейеш» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был 2015 йылда хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартырға мәжбүр булған предприятиеларҙың һаны ике тапҡырға тиерлек артыуына бәйле. Былтыр март айында эшһеҙлек иң юғары нөктәгә етте – 4,5 миллион кеше, был иҡтисади әүҙем халыҡтың яҡынса 5,9 процентын тәшкил итә.

Хөкүмәттең раҫланған эш планына ярашлы быйылға мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар ҡаралған. Төбәктәргә субсидияларға федераль бюджеттан 3 миллиард һум аҡса бүленә, өҫтәүенә тағы ла 7 миллиард резервта ҡала. Башҡа предприятиеларҙан киткән кешеләрҙе эшкә алған эш биреүселәрҙе дәртләндереү саралары ҡаралған. Бынан тыш, бюджетта Моноҡалаларҙы үҫтереү фондына бүлеү өсөн 7 миллиард һум аҡса һалынған, улар яңы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле инфраструктура объекттарын берлектә финанслауға йүнәлтеләсәк.

Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында республиканың ошо өлкәләге тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм эшһеҙлек мәсьәләләрен федераль, төбәк, урындағы властар, йәмәғәт ойошмалары һәм эшҡыуарлыҡ менән бергә хәл итергә мөмкин булыуын билдәләне.

Республика Башлығы республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса федераль программала ҡатнашыуы арҡаһында 218 миллион һум аҡса алыуы хаҡында ла һөйләне.

– Биш меңдән ашыу кеше яңынан әҙерлек үтте, йә иһә ваҡытлыса эшләне. Әлбиттә, был аҡсалар ҡайһы бер ҙур предприятиеларҙа хәлде тотороҡландырыуҙа ҙур роль уйнаны, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – 2016 йылға аҡсаны Рәсәй Хөкүмәте бүлә. Республика былтырғынан кәмерәк алмаҫ тип ышанам.