4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2016 йыл, 10:16

Республикала актер Хәмит Яруллин хаҡында «Ҡаратау шоңҡары» фильмының премьераһы булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Салауат районының Малаяҙ ауылында «Ҡаратау шоңҡары» фильмының премьераһы булды. Документаль таҫма танылған актер — 2015 йылда арабыҙҙан киткән Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллиндың тормошона һәм ижадына бағышланған.

Фильмды актер һәм уның тормош иптәше, Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Зилара Әйүпова иҫән сағында уҡ Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры һәм операторы Радик Килмәмәтов төшөргән. «Беҙ уны Хәмит Яруллиндың тыуған ауылы — Ахунда төшөрҙөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актерға фильмдың бер киҫәген генә күрергә насип булды», — тип хәбәр итте Зөһрә Бураҡаева.

Сараны Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡованың башланғысы буйынса Салауат районы хакимиәте әҙерләгән. Фильмды ҡарарға Малаяҙ ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре һәм сәнғәт һөйөүселәр йыйылды. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың туғандары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров, Башҡорт драма театры артистары Светлана Хәкимова һәм Әхәт Хөсәйенов килде. Фильм менән режиссер Радик Килмәмәтов үҙе таныштырҙы.  

темалар: кино