9 декабрь, Йома

01 март 2016 йыл, 17:43

2016 йылдың тәүге айында Башҡортостанда 4255 сабый тыуған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың тәүге айында Башҡортостанда 4255 сабый тыуған, 4490 кеше вафат булған.

Үлемдең төп сәбәптәре — ҡан әйләнеше ауырыуҙары (44 процент), яман һәм хәүефһеҙ шештәр (12), шулай уҡ бәхетһеҙ осраҡтар, ағыуланыуҙар һәм имгәнеүҙәр (9). Ошондай һандар килтерҙе медицина учреждениелары етәкселәре менән селектор кәңәшмә барышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.

Министр урынбаҫары киҫкен респиратор вируслы инфекцияны һәм киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса сараларға ла иғтибар итте. Әлеге ваҡытта республикала лаборатор юл менән 461 кешелә А(Н1N1) киҙеүе асыҡланған, шуларҙың 222-һе — балалар, тип билдәләнде.

Тағы ла бер тема — өлкән йәштәге халыҡтың бер төркөмөн диспансерлаштырыу. Быйыл 730 меңдән ашыу кешене тикшереү күҙаллана. Ғинуарҙа 36 635 кеше сараның тәүге этабын үткән, улар иҫәбендә — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар. Һөҙөмтәлә 9600 кешенең генә беренсе һаулыҡ төркөмөнә ҡарауы билдәләнгән (26,2 процент).

темалар: һаулыҡ һаҡлау