9 декабрь, Йома

01 март 2016 йыл, 16:55

«Өфө» аэропорты Кипрға, Грецияға һәм Болгарияға рейстар һанын ике тапҡырға арттыра

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Яҙғы-йәйге осорҙа «Өфө» аэропорты Төркиә һәм Мысыр йүнәлештәренең булмауын компенсациялау өсөн Кипрға, Грецияға һәм Болгарияға рейстар һанын ике тапҡырға арттыра. Барселонаға, Прагаға, Бургасҡа, Рәсәй һәм Греция курорттарына осоштар планлаштырылған. Расписание ошо йылдың 27 мартында тулыһынса әҙер буласаҡ.

«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осоштарҙы «Рәсәй», «Ямал», «Royal Flight», «Red Wings», «Һарытау  авиалиниялары» авиакомпаниялары тормошҡа ашыра.

Май айынан Өфө аэропорты расписаниеһында йәнә Барселонаға рейстар асыла, уларҙы «Royal Flight» һәм «AZUR air» авиакомпаниялары тормошҡа ашыра. «Еңеү», «Икар», «Красавиа» һәм «Төньяҡ еле» авиакомпаниялары көн һайын Өфөнән Сочиға осоштар билдәләгән. «Рәсәй», «Икар», «Төньяҡ еле», «Ырымбур авиалиниялары», «Red Wings» һәм «Ямал» көн һайын Симферополгә ике рейс яһаясаҡ. Өфөнән Анапаға аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ун йыл эсендә тәүге тапҡыр «Өфө» аэропортынан Геленджик ҡалаһына тура рейс асыла, Прага — Өфө маршруты буйынса беренсе рейс иһә 27 апрелгә билдәләнгән.