2 декабрь, Йома

01 март 2016 йыл, 16:19

Илшат Тажетдинов — Контракт системаһын үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһының яңы рәйесе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Контракт системаһын үҫтереү буйынса Хөкүмәт координация комиссияһының яңы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Кадрҙар үҙгәрешенә бәйле комиссияның составы яңыртылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Республиканың һатып алыуҙар системаһын яҡшыртыу буйынса саралар сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән социаль әһәмиәтле һатып алыуҙарҙы ҡарау йәһәтенән Контракт системаһын үҫтереү буйынса координация комиссияһының ҡайһы бер функциялары оптималләштерелде.