9 декабрь, Йома

01 март 2016 йыл, 15:50

2018 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһе МиГ самолеттары өсөн двигателдәр етештерә башлай

фото: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2018 йылда Өфө моторҙар производство эшләү берекмәһе МиГ самолеттары өсөн двигателдәр етештерә башларға ниәтләй. «Ростех» дәүләт корпорацияһының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, әле ошо двигателдәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең филиалында — В.В.Чернышев исемендәге Мәскәү машина эшләү предприятиеһында етештерелә.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә баш ҡалала ошондай производство булдырыу программаһы әҙерләнгән һәм раҫланған, бөгөн әҙерлек тулы кимәлдә бара. 2018 йылда берекмә МиГ самолеттары өсөн двигателдәрҙе сериялы етештерә башларға тейеш. 24-26 февралдә Өфөлә уҙған 11-се Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе директоры Евгений Семивеличенко ошо хаҡта белдерҙе.

«Двигателдәр дүрт модификациялы буласаҡ. Продукцияға килгәндә, был 2025 йылға тиклем йылына яҡынса 100-150 двигатель», — тип хәбәр итте Евгений Семивеличенко.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – илебеҙҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур үҙәк. Турбореактив авиация двигателдәрен һәм газ һурҙырыу агрегаттарын әҙерләү, етештереү, сервис хеҙмәтләндереүе, ремонтлау,  шулай уҡ вертолет техникаһы узелдарын етештереү һәм ремонтлау төп эшмәкәрлек төрҙәре булып тора.