4 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2016 йыл, 14:12

Төбәктә йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар хаҡына өҫтәмәләр күләме үҙгәрә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл 1 апрелдән Башҡортостанда йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙарҙың күмәртә һәм ваҡ сауҙа селтәрендәге хаҡына өҫтәмә күләме үҙгәрә.

50 һумға тиклемге дарыуҙар өсөн күмәртә өҫтәмәһе – 17, ә ваҡлап һатыу өҫтәмәһе 35 процент тәшкил итәсәк. 50-нән алып 500 һумлыҡ дарыуҙар өсөн – 13 һәм 30 процент, хаҡы 500 һумдан ашыу дарыуҙарға — 9 һәм 17 процент.

Составында наркотик, психотроп матдәләр һәм уларҙың прекурсорҙары булған дарыу препараттарына күмәртә өҫтәмәһе, хаҡына ҡарамайынса, 30 процент, ваҡлап һатыу өҫтәмәһе 50 процент тәшкил итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

темалар: дарыуҙар