5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2016 йыл, 13:00

Башҡортостан спортсылары Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында миҙалдар яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡытайҙа Бөтә донъя интеллектуаль уйындары-2016 бара. Шашкасыларҙың юғары тиҙлектәге уйыны тамамланды.

Ир-егеттәр араһында урындар түбәндәгесә:1. Алексей Чижов (Рәсәй) — 33 мәрәй; 2. Нчо Джоэль Атце (Кот-д’Ивуар) — 31; 3. Александр Георгиев (Рәсәй) — 31.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында, 32 мәрәй йыйып, Украинанан Дарья Ткаченко еңеү яуланы. Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы Айгөл Иҙрисова икенсе урында — 26 мәрәй. Тағы ла бер Украина ҡыҙы Виктория Мотричко өсөнсө булды, 25 мәрәй. Күп тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина 21 мәрәй менән туғыҙынсы урында.