9 декабрь, Йома

01 март 2016 йыл, 12:25

Өфөлә исеме донъя күләмендә билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов арабыҙҙан китте

фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҙған төндә Өфөлә билдәле ҡумыҙсы, педагог Роберт Заһретдинов оҙаҡ ауырығандан һуң 84-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 2 мартта, сәғәт 11-ҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Адресы: Гоголь урамы, 58.

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылдың 16 декабрендә Мәсетле районының Әжекәй ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ инструменттары бүлеген, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлаған. 1969 йылда Роберт Заһретдинов Өфөләге музыка-педагогия училищеһында эшләй башлай. Ошо осорҙа унда ҡумыҙға ҡыҙыҡһыныу уяна. Музыкант уйын ҡоралын үҙе яһай, камиллаштыра башлай.

1991 йылда Якутск ҡалаһында үткән Бөтә донъя халыҡ-ара халыҡ уйын ҡоралдары фестивалендә «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. 1998 йылда музыкант жюри ағзаһы булараҡ Австрияға халыҡ-ара фестиваленә саҡырыла. Бында ул «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» тигән маҡтаулы исем ала, был уға донъяның теләһә ниндәй музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәресе күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша, Швейцария илдәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Роберт Заһретдинов Германияға, Италияға, Монголияға, Норвегияға, Швейцарияға, Финляндияға гастролдәр менән бара.

Роберт Заһретдиновтың репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр: рус, башҡорт, сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙ өсөн эшкәртмәләре, башҡорт халыҡ йырҙарына инструменталь варианттар, үҙенсәлекле импровизация һәм үҙенең әҫәрҙәре бар.

Заһретдинов 1996 йылда Морат Әхмәтовтың «Варган-симфонияһы»нда ҡумыҙ партияһын тәүге башҡарыусы була. 50-нән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса, шул иҫәптән ҡумыҙ, ҡурай һәм ҡумыҙ, баян өсөн әҫәрҙәр авторы.  

Ул «Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» уҡыу-методик әсбабын яҙған. Ошо китабы өсөн Д.Сорос исемендәге халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. Ижады «Мелодия» фирмаһының компакт-дискыһына, пластинкаларына яҙылған, Башҡортостан радио һәм телевидениеһы фондында һаҡлана. «Варган» альбомында (уны интернетта табырға мөмкин) музыкант башҡарыуында 30-ға яҡын композиция һәм импровизация бар.

Мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Роберт Заһретдиновҡа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелгән. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

темалар: юғалтыуҙар