10 декабрь, Шәмбе

01 март 2016 йыл, 11:00

Республиканың төп телеканалында «Серле Башҡортостан» тигән яңы проект башланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалында «Серле Башҡортостан» тигән яңы проект эфирға сыҡты.

Тапшырыу авторҙары пирамидаларҙы, таш комплекстарҙы, боронғо кешеләрҙең туҡтаған урынын, мәмерйәләрҙе, тауҙарҙы, изге шишмәләрҙе өйрәнә. Программала ни өсөн ошо объекттарҙың мистик көскә эйә булыуы хаҡында бәйән ителә.

«Республикабыҙ биләмәһендә элек-электән ғибәҙәт ҡылыу урыны һаналған изге урындар бик күп, — тип һөйләне проект авторы Гүзәл Хөрмәтова. — Ошо хаҡта легендалар һәм риүәйәттәр йөрөй, халыҡтың тарихы һәм донъяға ҡарашы улар менән айырылғыһыҙ бәйле. Беҙ ысынбарлыҡ менән хыял араһындағы сикте табырға тырышабыҙ».

«Серле Башҡортостан» проектының ижади төркөмө белгестәр, парапсихологтар, ғалимдар, республика халҡы ҡатнашлығында махсус тикшереү үткәрә. Тамашасылар интернетта программаның битендә ошо һорауҙарға яуаптар ҡалдыра, шулай уҡ тауыш бирә ала, тип хәбәр иттеләр телеканалдың матбуғат хеҙмәтендә.