Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2 мартта баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Уны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһы Октябрь районының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сығыш яһай.

Өфөләргә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, бухгалтер, хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер, физик культура буйынса инструктор, кондитер, шәфҡәт туташы, менеджер, төҙөлөштә бүлек етәксеһе, официант, ашнаҡсы, һатыусы, программист, икмәк бешереү производствоһы етәксеһе кеүек вакантлы урындар тәҡдим ителә.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһен уҙғарыу урыны: Рәсәй урамы, 108. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть