5 декабрь, Дүшәмбе

29 февраль 2016 йыл, 18:07

Екатеринбургта «Йәдкәр» башҡорт халыҡ театр коллективы етәксеһен тәбрикләнеләр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Екатеринбургта «Йәдкәр» башҡорт халыҡ театр коллективына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Фәймә Йосопованың 65 йәшлек юбилейы уңайынан байрам концерты ойошторолдо. Концерт барышында Башҡортостандың талантлы артисы һәм хореограф Урал Мортазин башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

«Йәдкәр» башҡорт халыҡ театр коллективы — Екатеринбургта «2009 йылда өлкә милли мәҙәниәттәр конкурстары лауреаты», 2011 йылда Свердловск өлкәһе Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының «Үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективы» тигән юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер коллектив. Былтыр уға 15 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә «Йәдкәр» күп тапҡыр төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивалдәрендә сығыш яһаны, 2003 йылдан «Екатеринбург шишмәләре» халыҡ ижады фестивалдәрендә даими ҡатнаша. Ҡалалағы бер милли байрам да театр коллективынан тыш үтмәй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Юбиляр Фәймә Йосопова «Йәдкәр» башҡорт халыҡ театр коллективын, Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәген етәкләй, шулай уҡ Өфөлә үткәрелгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты ла.