Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға тапшырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Башҡортостандың Архангел районында урынлашҡан билдәле Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә ҡуртымға бирелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына емерелеү ҡурҡынысы янай. Мәмерйә 1902 йылда табылған. Һуңғараҡ уның 4 миллион йыл элек барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Өс йыл элек танылған спелеолог, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Волга буйы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядының халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусыһы Юрий Туманов Архангел районының Аҫҡын ауылында туристик база ойоштора. Үҙенең хеҙмәттәштәре — ҡотҡарыусылар, спелеологтар, эҙәрмәндәр менән бергә ошо үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн бик күп эштәр башҡара. Мәмерйәгә туристик маршрут асылған. Әммә был үҙҙәренә ауырға тура килә. Йылына ҡуртым хаҡы ғына спелеологҡа 135 мең һумға төшә. Тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡарарға килгән бөтә туристарҙы күҙәтеү бөтөнләй мөмкин түгел.

«Һауа температураһы бер-ике градусҡа күтәрелһә лә, мәмерйә «илай»  башлай, — тип һөйләне Юрий Туманов. — Боҙ еүешләнә һәм ғәжәйеп сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар ирей. Туристарҙың килеүен кәметеү мәмерйәне һаҡлап ҡала ала».

Юрий Туманов мәмерйәгә инеү графигын төҙөгән һәм уны ғилми яҡтан нигеҙләгән. Билдәле спелеологтың мәмерйәне һәм уның биләмәһен ҡарау өсөн башҡаса аҡсаһы юҡ. Шуға бәйле ошо биләмәне Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға биреү өсөн документтарҙы рәсмиләштереү башланды.

Уҙған йомала Юрий Туманов Рус география йәмғиәте ағзаһы Гүзәл Хәмитова менән Архангел һәм Ғафури райондарында Аҫҡын мәмерйәһе янындағы биләмәне Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға биреү тураһында документтар әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Бынан алдараҡ «Электрогазета» биттәрендә Аҫҡын мәмерйәһен һаҡлауға бәйле мәҡәлә донъя күргәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть