11 декабрь, Йәкшәмбе

29 февраль 2016 йыл, 16:27

Әмир Ишемғолов: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ өсөн абруйлы ойошма булырға тейеш»

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы власть һәм халыҡ араһында бәйләүсе звено булырға тейеш. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма ниндәй йүнәлештә эш алып барасағын билдәләне. 2015 йылдың 21 ноябрендә Бөтә донъя башҡорттарының IV съезында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған Әмир Ишемғолов быға ышана.

— Беҙҙе аңлағандары һәм ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, сөнки ярҙамһыҙ эште алып барыуы ауыр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ өсөн абруйлы ойошма булырға тейеш. Ҡоролтай идеологик тәрбиә биреү, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау, үҫтереү эшендә ҙур роль уйнай. Пландарға килгәндә, әле яңы составтағы Башҡарма комитет ултырышын уҙғарырға ниәтләйбеҙ, унда ойоштороу мәсьәләләре тикшереләсәк, Башҡарма комитеттың яңы структураһы — башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән эшләү буйынса координация советы ҡабул ителәсәк. Былтыр декабрь айында Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидиҙең мемориаль таҡтаташына сәскә һалыу ойошторҙоҡ. Быйыл 19 февралдә күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Ошо саралар Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерләнеүгә старт бирҙе. Эш «Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ шәхес» программаһы сиктәрендә дауам итәсәк, — тип һөйләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов.

Үҫеп килеүсе быуынға килгәндә, федераль дәреслектәргә төрлө предметтар буйынса төбәк компонентын индерергә ниәтләйҙәр. Ошо маҡсатта белем биреү буйынса эшсе төркөм булдырыла. Был булған дәреслектәрҙе күсереп яҙыу түгел, ә уларҙы тулыландырыу. Мәҫәлән, биология йәки географияны өйрәнгәндә балалар Башҡортостандың йәнлектәр донъяһы һәм климат үҙенсәлектәре менән танышасаҡ. Шул рәүешле мәктәп эскәмйәһенән үк тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә мөмкин. Бынан тыш, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән берлектә балалар өсөн байтаҡ мәҙәни программалар планлаштырылған. Шулай уҡ дизайнерҙар менән йәштәр өсөн милли символика төшөрөлгән заманса кейем тегеү күҙ уңында тотола. Бында башҡорт биҙәктәре хаҡында ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙың атрибуттары тураһында һүҙ бара.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов менән әңгәмәне бында уҡырға мөмкин.