10 декабрь, Шәмбе

29 февраль 2016 йыл, 15:25

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа аҡса туплау өсөн 12 йыл самаһы ваҡыт кәрәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда йәшәүселәргә фатир һатып алыуға аҡса туплау өсөн уртаса 11,9 йыл кәрәк. Әммә уларҙың башҡа, шул иҫәптән туҡланыуға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә сығымдары булмаҫҡа тейеш. «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары төрлө төбәктәрҙә күсемһеҙ милек өсөн аҡса йыйыуға күпме ваҡыт талап ителәсәген иҫәпләп сығарған. Иҫәпләүҙәр уртаса хеҙмәт хаҡы нигеҙендә яһалған.

Шулай итеп, республика 25 мең һумлыҡ уртаса эш хаҡы (2015 йылға Росстат мәғлүмәттәре буйынса) һәм 3,6 миллион һумлыҡ уртаса фатир хаҡы менән торлаҡтың ҡиммәтлелеге буйынса бишенсе урында. Мәскәү, Ҡырым, Севастополь һәм Санкт-Петербург Башҡортостандан алдараҡ тора (18-14 йыл).

Чукотка, Ненец автономиялы округы, Сахалин, Ямал-Ненец автономиялы округы, Магаданда йәшәүселәр 2,8-3,9 йылда фатир өсөн аҡса туплай ала. Был төбәктәрҙә хеҙмәт хаҡы — 61 000-78 000 һум, күсемһеҙ милек үтә ҡиммәт түгел. Шулай ҙа «нефтселәр» һәм «газовиктар» һуңғараҡ төпләнергә теләгән төбәктәрҙә торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирә, тип асыҡлыҡ индерә эксперттар.