5 декабрь, Дүшәмбе

29 февраль 2016 йыл, 14:02

Республика халҡы «Яңы йондоҙ» йыр конкурсында ҡатнашыусы Лидия Хәйретдинова өсөн тауыш бирә ала

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Яңы йондоҙ» Бөтә Рәсәй йыр конкурсының сайтында тамашасылар һөйөүе призы өсөн бишенсе һайлап алыу туры бара. Башҡортостан халҡы республикабыҙ вәкиле Лидия Хәйретдинова өсөн тауыш бирә ала. Ул Стәрлетамаҡта йәшәй, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй фестивалдәре һәм конкурстары лауреаты, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенткаһы.

«Яңы йондоҙ» конкурсы «Йондоҙ» телеканалында Рәсәйҙең Оборона министрлығы ярҙамында ойошторолған. Был — илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнашҡан тәүге музыкаль бәйге.

Конкурс бер нисә этапта уҙа. Ул үҙенең күләме һәм жанрҙар төрлөлөгө буйынса «Евровидение»ны хәтерләтә. Һәр сығыш алдынан тамашасыларҙы конкурсанттың төбәге менән таныштыралар. Тәүге турҙа ҡатнашыусыларҙы жюри ғына һайлап алды, әммә киләһе этапта тамашасылар ҙа ҡушылды. Тап улар SMS-тауыш биреү юлы менән шоуҙан «төшөп ҡалған» башҡарыусыларҙы «кире ҡайтара» ала. Ярымфиналда һәм финалда барыһын да тамашасылар хәл итә. 13 тауыш биреүҙә еңеүселәр 1 майҙа тамашасылар һөйөүе призы өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша. Бүләк — конкурстан тыш иң ҙур концерт майҙансыҡтарының береһендә суперфиналда сығыш яһау мөмкинлеге.