10 декабрь, Шәмбе

29 февраль 2016 йыл, 12:22

Башҡортостан үҫемлекселекте үҫтереүгә 151 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан аграрийҙары үҫемлекселекте үҫтереү, үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу өсөн ҡыҫҡа сроклы кредиттар буйынса процент ставкаһы өлөшөн ҡаплауға бәйле сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға 151 миллион 187,3 мең һум аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 7,25 миллиард һум күләмендә субсидия бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Улар федераль бюджеттан 84 субъектҡа бирелә.

Субсидиялар 2013-2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән.

Йыл һайын Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы субсидияларҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген баһалай.