9 декабрь, Йома

29 февраль 2016 йыл, 10:30

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ишембай районында булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембай районының етештереү һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Республика етәксеһе Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөү барышы менән танышты. Ул Маҡар ауылынан Ҡаҙармаға тиклем файҙаланыуға тапшырылған юл участкаһын ҡараны.

Әлеге ваҡытта дөйөм ҡулланылыштағы Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөүҙең финанс моделе, проект документацияһы әҙерләнгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров. Проекттың дөйөм хаҡы 12,5 миллиард һум тәшкил итә.

Участкаларҙың береһе буйынса концессия килешеүе төҙөү ҡаралған. Ҡағы ауылына тиклем юл бушлай буласаҡ, артабан иһә түләү алынасаҡ.

Ҡағыға ҡәҙәр юл участкаһын ике йылда төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Проектты биш йыл дауамында тамамлау күҙаллана.

Ҡолғона ауылында Рөстәм Хәмитов 2014 йылда төҙөлә башлаған күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк майҙансығында булды. Объекттың хаҡы 104,5 миллион һум тәшкил итә. Ике йыл эсендә 60 миллион һум үҙләштерелгән. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2016 йылдың йәйенә билдәләнгән.

Ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәктә 300 урынлыҡ тамаша залы ҡаралған. Шулай уҡ бында ауыл китапханаһы, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм полицияның участка вәкиле бүлмәһе буласаҡ.

Ишәй ауылында республика етәксеһе «Ишембай эзбизташы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡараны. Унда Ғүмәр ятҡылығынан материал өлгөләре килтерелә. Әлеге ваҡытта бында эзбизташ ҡатламы күләмен, запасы сифатын асыҡлау маҡсатында геология-разведкалау эштәре алып барыла. Экспертиза үткәндән һуң ошо участкалағы эзбизташтар химик етештереү өсөн сеймал сифатында иҫәпкә ҡуйыласаҡ.

Һуңынан төбәк Башлығы Ғүмәр ятҡылығындағы эштәр барышы менән танышты. Бөгөнгә 32 скважина бырауланған, уларҙың тәрәнлеге 175 метрға етә. Быраулауҙың дөйөм күләме 2 700 метрҙан ашыу тәшкил иткән. Өс кешенән торған бригадалар тәүлек әйләнәһенә эшләй. 465 өлгө лабораторияларға химик анализға ебәрелгән.

Участкала геология-разведкалау эштәре 12 ғинуарҙа башланды һәм бөгөнгә тамамланған тиерлек. Геологтар Ғүмәр ятҡылығындағы эзбизташтар тураһында йомғаҡлау отчетын йыл аҙағына тиклем тапшырырға ниәтләй.