Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала пассажирҙар ташыуға талаптар көсәйә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә пассажирҙар ташыу яңы талаптар буйынса ғәмәлгә ашырыласаҡ. Баш ҡала халҡының уңайлығы, хәүефһеҙлеге өсөн пассажир ташыусыларға ҡарата талаптар көсәйтелә. Бөгөн, 26 февралдә, Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала буйлап автомобиль һәм электр йәмәғәт транспортында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу буйынса бер юлы дүрт документ ҡабул итте.

Халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса положение водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, йәмәғәт транспортына талаптарҙы, пассажирҙар ташыуға танытма биреү тәртибен билдәләй.

Депутаттар муниципаль маршруттарҙы үҙгәртеү, бөтөрөү буйынса мөмкинлектәрҙе билдәләне. Хәҙер власть органдары, пассажир ташыусылар, шулай уҡ ҡала халҡы ҡалала муниципаль маршруттар булдырыу башланғысы менән сығыш яһай ала. Яңы маршруттар булдырғанда халыҡтың ихтыяжы, троллейбустар, трамвайҙар һәм автобустар боролошо өсөн майҙандар, юл япмаһының сифаты һәм юлдарҙың киңлеге иҫәпкә алынасаҡ.

Туҡталыштарҙы ойоштороу айырым документта билдәләнгән. Талаптар исемлегендә юл билдәләре, ҡоймалар, электр яҡтыртыу, маршрут хәрәкәтенең расписаниеһы яҙылған таблолар, туҡталыштарҙың исеме, адресы булыуы күрһәтелгән.

Пассажир ташыусыларҙы һайлап алыу буйынса конкурс ҡануниәт тарафынан нығытылған. Хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тәҡдим иткән компанияларға өҫтөнлөк бирелә.

«Һәр маршрут өсөн автобустарҙың үҙ форматы билдәләнәсәк. Бәләкәй урамдарҙа ҙур автобустар йөрөй алмай, —  тип аңлатма бирҙе Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Төхвәтшин. — Баҙар дөрөҫ яуап бирер — уңайлы автобустар һатып алыр һәм хеҙмәтләндереү сифатлыраҡ булыр тип ышанабыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть