11 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2016 йыл, 16:17

Республикала 400-ҙән ашыу кешелә сусҡа киҙеүе асыҡланған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда лаборатор юл менән 405 кешелә, шул иҫәптән 200 балала сусҡа киҙеүе раҫланған. Сирлеләрҙең барыһы ла медицина учреждениеларында тейешле дауаланыу курсы үтә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Төбәктә киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы иҫкәртеү буйынса эпидемияға ҡаршы саралар дауам итә. Иң мөһиме, үҙаллы дауаланырға ярамай, сөнки унан һуң пневмония кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк.

А киҙеүенең билдәләре: юғары температура, йүтәл, тымау, тамаҡ, баш һәм мускулдар ауырта, конъюнктивит.

Иҫкәртеү маҡсатында кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә.