Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә прозаик һәм публицист Рәшит Солтангәрәевтың хәтер кисәһе уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

26 февралдә Өфөлә күренекле прозаик һәм публицист Рәшит Солтангәрәевты иҫкә алалар. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусының тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙғарыла. Сарала шағирҙар, яҙыусылар, китап уҡыусылар ҡатнаша.

Рәшит Солтангәрәев (1935-2000) — 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре рус, татар, үзбәк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Радио һәм телевидение буйынса республика комитеты студияһы мөхәррире, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, әҙәбиәт бүлеге мөдире, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып эшләгән. 1978 йылда «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» китаптары өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть