Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телеканалы Ҡазандан «Салауат Юлаев» ҡатнашлығындағы уйындарҙы тура эфирҙа күрһәтә

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

26-28 февралдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ҡазандан «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡатнашлығындағы уйындарҙы тура эфирҙа күрһәтә. Әлеге ваҡытта Татарстандың баш ҡалаһында ижади төркөм «йәнле эфир»ға әҙерләнә. Уйын урындағы ваҡыт буйынса киске 9 тула 10 минутта башлана.

Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, матч үҙебеҙҙең майҙандағы уйындарҙан айырылмай. Комментаторҙар — Дмитрий Каретко һәм Азамат Моратов. Эксперт булараҡ легендар башҡорт хоккейсыһы Сергей Свержов сығыш яһай. Тәнәфестә — «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барыҫ» командаларының төп уйынсылары менән интервью.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Гагарин кубогы-2016 көнсығыш сирек финалының тәүге уйындарында «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» командаһын ике тапҡыр еңде. Беренсе уйында 4:1 иҫәбе менән, икенсеһендә — 5:2.

Хәҙер сериялағы иҫәп — 2:0.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть