6 декабрь, Шишәмбе

26 февраль 2016 йыл, 14:14

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков менән осрашты. Осрашыуҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Төбәк социология һәм конфликтология үҙәге етәксеһе Валерий Маркин һәм республиканың ғилми берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Төбәктең институт менән ғилми-ғәмәли хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.

– Беҙгә күберәк аралашыу, эш итеү кәрәк. Белгестәрегеҙ беҙгә килеп семинар ойошторһа, һәйбәт булыр ине. Беҙ һеҙҙең ғилми советта республика тураһында доклад менән сығыш яһарға, проблемаларыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ хаҡында һөйләргә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы Башҡортостандың иҡтисади, белем биреү ҡеүәте хаҡында һөйләне һәм әлегә төбәктең технологик үҫеш кисермәүен билдәләне.

Михаил Горшков үҙ сиратында Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалында социаль-иҡтисади үҫеш пландарын ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын файҙаланыуҙы өйрәнеү буйынса майҙансыҡ булдырырға тәҡдим итте.

– Һуңғы тикшеренеү материалдарын һәм республиканың халыҡ-ара кимәлдә уҙғарған сараларын өйрәнгәс, иҡтисади һәм социомәҙәни үҫештең социаль ресурсын өйрәнеү һәм уны иҡтисади үҫештең төрлө моделдәренә әүҙем индереү буйынса Рәсәйҙә тәүге майҙансыҡ булдыра алыр инек, тигән һығымтаға киләбеҙ, – тип билдәләне ғалим. – Бында ошондай социологик ресурсты файҙаланыу күҙлегенән Башҡортостандың Фәндәр академияһы, үҙебеҙҙең филиал, башҡа профилле институттар менән көстө берләштерергә мөмкин. Сөнки семинарҙар, берлектәге саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, һис шикһеҙ, мөһим.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Михаил Горшков Башҡортостан менән институт араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу мәсьәләһе тикшерелеүе хаҡында хәбәр итте.