7 декабрь, Шаршамбы

26 февраль 2016 йыл, 12:50

Баш ҡалала танылған композитор Нур Дауытов үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе йыйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре һәм педагог Нур Дауытов 60 йәшен билдәләне. Маэстро үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе «Башҡортостан» дәүләт концерт залына «Йөрәгем моңдары» исемле ижад кисәһенә йыйҙы.

Юбилярҙы республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Данилин ҡотланы. Солистар, республиканың милли симфоник оркестры һәм Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында «Баҡыр шишмә», «Бар ғүмерем», «Берҙән-берем — ғәзиз ерем», «Миләш», «Ҡыр ҡаҙҙарын һиңә оҙатам» йырҙары һәм композиторҙың инструменталь музыкаһы яңғыраны. Концертта йәш йырсылар Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Гөлназ Асаева, Радмир Хәсәнов, билдәле артистар — йырсы Вәхит Хызыров һәм баянсы Владимир Суханов ҡатнашты. Раушан Яҡупов менән Камил Абдуллин дирижерлыҡ итте. Кисәне композиторҙың ҡыҙы Лина Сарбаева һәм музыка белгесе Ләйлә Аралбаева алып барҙы, икенсе ҡыҙы Диана Утарбаева атаһы ижад иткән «Әсәйем» йырын башҡарҙы.

Концертта Нур Дауытовтың иң популяр әҫәрҙәренең береһе — «Фатима» пьесаһы яңғыраны. Ул милли симфоник оркестрҙың концерттарында, шулай уҡ төрлө составтағы ансамблдәр тарафынан даими башҡарыла. Күп йылдар элек Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме,һөймәйһеңме?» спектакленә музыка булараҡ яҙылған әҫәр меңәрләгән тыңлаусының һөйөүен яуланы.

«Бөгөн «Һин онотма ерҙә мин барын» йырына 40 йыл тула, мин уны 1976 йылда ижад иттем», — тине композитор.

Концертта ҡатнашҡан йырсыларҙың күбеһе композиторҙа белем алған: Нур Әсғәт улы оҙаҡ йылдар Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. Йәш башҡарыусылар ҙа маэстрола уҡый, Нур Дауытовтың йырҙары уларға популярлыҡ яуларға, ҙур сәхнәгә юл ярырға ярҙам итә.

Нур Дауытов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғ.Сәләм һәм Ф.Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, «Ҡыҙыл алма» халыҡ-ара премияһы лауреаты, Башҡортостандың Музыка берләшмәһе рәйесе. Авторҙың музыкаһы республикала һәм унан ситтә киң танылыу яуланы.