6 декабрь, Шишәмбе

26 февраль 2016 йыл, 10:33

Республикала яҙғы баҫыу эштәренә төп сығымдар 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Быйыл Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә төп сығымдар 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Республика бюджетынан ошо маҡсатта 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Бынан тыш, эшкәртеүсе предприятиелар 900 миллион һумға тиклем аванс түләргә ниәтләй. 2,5 миллиард һум самаһы кредит биреләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин Волга буйы федераль округы төбәктәрендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич әйтеүенсә, быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә округ төбәктәренә 79,6 миллиард һум талап ителәсәк, шуларҙың 40 миллиард һумға яҡыны заем аҡсаһына тура килә. Шуға бәйле агросәнәғәт комплексы өсөн кредит биреү мәсьәләһе киҫкен тора.

Михаил Бабич билдәләүенсә, округ Россельхозбанк менән конструктив партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырған. Һуңғы ваҡытта кредитлау буйынса байтаҡ сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән ҙур эш башҡарылған. 2016 йылда банк тарафынан миҙгелле баҫыу эштәрен кредитлауҙың артыу темпы былтырғынан 60 процентҡа юғарыраҡ, әммә ҡайһы бер хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡала килә.

Тулы хоҡуҡлы вәкил кредит ресурстарын алыуға кире йоғонто яһаусы төп проблемаларҙы билдәләне. Ул кредит биреү шарттарын һәм тәртибен ҡатыландырыуҙы, ауыл хужалығы ойошмаларының кредиттары күп булыуын, аграрийҙарҙың бурыстарын ваҡытында түләмәүен атап үтте. Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы кредитлау күләменең кәмеү тенденцияһы билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан аграрийҙары кредитлау мәсьәләләре буйынса банктар менән әүҙем эшләй. Быйыл процент ставкаларын субсидиялауға федераль ҡаҙнанан 29 миллион һум бүлеү күҙаллана.

темалар: ауыл хужалығы