3 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2016 йыл, 17:39

Башҡортостанға Германия Федератив Республикаһының Генераль консулы килде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанға эш сәфәре менән Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Штефан Фридрих Кайль килде. Таныштырыу сәфәре сиктәрендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыу уҙҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров һөйләне.

Осрашыуҙа инвестиция һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында һүҙ барҙы. Яңы берлектәге предприятиелар булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостандың Германия Федератив Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 250 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Шулай уҡ студенттар менән алмашыуҙы киңерәк ғәмәлгә индереү темаһы ла тикшерелде, бында Башҡорт дәүләт университеты әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда Рәсәй-Германия йәштәре менән алмашыу программаһы тормошҡа ашырыла.

Сәфәр барышында Генераль консул Өфөләге «Витценманн — Руссия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештереү компанияһында һәм «Бухен Индастриал Сервисез» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Hallo Deutsch» немец телен өйрәнеү үҙәгендә булды, 86-сы гимназия етәкселеге, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.