Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәк фермерҙарына дәүләт ярҙамы 2015 йылғы кимәлдә һаҡланасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл «Яңы эш башлаусы фермер» һәм «Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам» маҡсатлы программаларында ҡатнашыусылар өсөн дәүләт ярҙамы 2015 йылғы кимәлдә һаҡланасаҡ. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы йыйылышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, былтыр 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән ошо ике маҡсатлы программалар буйынса бүленгән гранттар күләме республикала 360 миллион һумдан ашҡан. 129 йәш фермер һәм 68 ғаилә малсылыҡ фермалары грант ярҙамы алған.

Йыйылышта билдәләнеүенсә, республиканың фермер хужалыҡтары бөтә тышҡы факторҙарға ҡарата һығылмалылыҡ күрһәткән. Һуңғы өс-дүрт йылда тап улар ҙур ыңғай динамика бирә. Өҫтәүенә һуңғы биш йылда фермер секторында етештереү үҫеше темпы тармаҡҡа ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек юғары.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 152 миллиард һумдан ашыу тулайым продукция етештерелгән, был 2014 йылға ҡарағанда 18 процентҡа күберәк. Шуларҙың 10 процентҡа яҡыны, йәғни 14 миллиард һумдан ашыуы — фермерҙарҙың өлөшө.

— Яңы эш башлаусы фермерҙарҙың 70 проценттан ашыуы, грант алғас, шәхси ярҙамсы хужалыҡ нигеҙендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Фермер хужалыҡтары эре инвесторҙар, система булдырыусы предприятиелар булмаған райондар өсөн айырыуса мөһим. Был үҙ эшен ойошторорға һәләтле ауыл халҡы өсөн яҡшы мөмкинлек. Өҫтәүенә беҙҙә «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаусы фермер» кеүек программалар бар. Әлегә ошо программалар буйынса аҡса күскәнен көтәбеҙ. Быйыл 1 майға тиклем ҡатнашыусыларға грант аҡсаһын йүнәлтә башларбыҙ тип ышанабыҙ. Тимәк, улар аҡсаны яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә, яңы техника һатып алыуға, яңы ауыл хужалығы миҙгелен башлауға тотона ала, — тине министр.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан фермерҙары тулайым продукция күләме буйынса дөйөм Рәсәй рейтингында — 13-сө, Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй.

Бөгөн республикала бөтәһе алты меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть