Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында — яңы министр урынбаҫарҙары

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Хөкүмәте бойроғо менән Юрий Мельников һәм Фәнүр Шәйхисламов республика хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.

Юрий Мельников 1976 йылда тыуған. Ырымбур дәүләт медицина академияһын тамамлаған, әлеге ваҡытта Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында (иҡтисад факультеты) икенсе юғары белем ала. Рәсәйҙең халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү президент программаһы буйынса уҡый. Күмертау ҡалаһының үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында табип булып эшләй, Күмертау ҡала Советына депутат, һуңынан уның рәйесе итеп һайлана. 2008 йылдан әлеге көнгә тиклем Күмертау психоневрологик интернаты директоры вазифаһын биләгән.

Министр урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт мөнәсәбәттәре, эш хаҡын түләү һәм социаль партнерлыҡ өлкәһе өсөн яуап бирәсәк.

Фәнүр Шәйхисламов 1980 йылғы. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Мәғариф министрлығында, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында, Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетында, Башҡортостан буйынса Федераль ҡаҙналыҡ идаралығында төрлө вазифаларҙа эшләгән. Әлегә тиклем Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Эксперт-контроль идаралығының контроль саралар бүлеге мөдире вазифаһын биләгән.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында мәшғүллек һәм хеҙмәт баҙары өлкәһе өсөн яуаплы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть