9 декабрь, Йома

25 февраль 2016 йыл, 15:17

Төбәктә «Сулпылар» республика телевизион конкурсына һайлап алыу туры тамамлана

фото: vk.com/sulpilar

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 5 мартта «Сулпылар» республика телевизион конкурсына сираттағы һайлап алыу туры тамамлана. Ул интернет селтәрендә бара. Башҡорт йәки татар телдәрендә йырҙар төшөрөлгән видеояҙмалар «Бәйләнештә» конкурстың рәсми төркөмөндә ҡабул ителә.

Бәйгелә биш йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусы баһалама ағзаларына бер генә йыр тәҡдим итә. Яҙма конкурстың һайлап алыу туры өсөн махсус төшөрөлгән булырға тейеш (концерттан яҙмалар йәки элек төшөрөлгән клиптар ҡабул ителмәй).

Белешмә. «Сулпылар» республика телевизион конкурсы 1992 йылдан алып үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда республиканың төрлө мөйөштәренән меңдәрсә йәш талант ҡатнашты. Күптәр ошонда сәхнәгә юл ярҙы, еңеүселәр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә лауреат исемен яуланы.